Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Сентябрь 2022, 12:30

Монахтарҙың оҙаҡ йәшәү рецебы

Был рецептың сере 1971 йылда асылған. Ул беҙҙең быуатҡа тиклем 5-се эрала балсыҡ көршәктәргә яҙылған булған. Хәҙер иһә ул бөтә телдәргә лә тәржемә ителгән.

Монахтарҙың оҙаҡ йәшәү рецебыМонахтарҙың оҙаҡ йәшәү рецебы
Монахтарҙың оҙаҡ йәшәү рецебы

 Составы бик ябай һәм һәр кем эшләй алырлыҡ:
 

100 г ромашка

100 г һары мәтрүшкә

100 г шиңмәҫгөл

100 г ҡайын бөрөһө

 

Әҙерләү ҙә артыҡ күп ваҡытты алмай. Барыһын да ваҡлағыс аша үткәреп, эмалле һауытҡа һалырға. Кискеһен бер ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға ярты литр  ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтергә һәм туҡыма аша һөҙөп алырға. Бер стакан эҫе төнәтмәгә бер балғалаҡ бал һалып, киске аштан һуң эсергә һәм һуңынан бер нәмә лә ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә.

Фото:Т.Аманов.
 
   

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас