Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Сентябрь 2022, 12:10

Ял көндәрендә республикала күләмле рейд саралары уҙғарыласаҡ

Профилактик саралар юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Инспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлау менән генә сикләнмәй, иҫерек водителдәрҙе тотоуға айырыуса иғтибар бирә. Водителдәрҙе күпләп тикшереү бөгөн кисен Өфөлә ойошторола.

Ял көндәрендә республикала күләмле рейд саралары уҙғарыласаҡЯл көндәрендә республикала күләмле рейд саралары уҙғарыласаҡ
Ял көндәрендә республикала күләмле рейд саралары уҙғарыласаҡ

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: рейдтарға киң мәғлүмәт саралары ла йәлеп ителеп, улар иҫерек водителдәрҙе төшөрөп аласаҡ.

Имен юлдарҙа йөрөгөҙ, дуҫтар!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас