

Бер нисә киң мәғлүмәт сараһында ролдәрҙең береһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тауышландырыуы тураһында мәғлүмәт баҫылды. «Муха» студияһы продюсеры бының дөрөҫ мәғлүмәт булмауын әйтте.
– Ысынында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика Башлығы беҙҙең фильмдә ролдәрҙе тауышландырманы. Ул беҙҙең проектты башлап ебәреүсе булып тора, шуға күрә кемдер дөрөҫ аңламағандыр, моғайын, – тип аңлатты продюсер Артур Абдрахманов. – Ролдәрҙе беҙҙең байтаҡ сәхнә “йондоҙо” – Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин), Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев, Фидан Ғафаров, Азамат Ғафаров, “Чаппанан ВИА”-һынан Илья Тәүлийәров, Руслан Ронич, Илнур Лоҡманов уҡып ишеттерҙе. Шулай уҡ «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев менән рәссам Камил Буҙыҡаев та ҡушылды. Улар рус һәм башҡорт телдәрендә һөйләне.
Анимация фильмы башҡорттарҙың, «Төньяҡ амурҙары»ның, рус-швед һуғышында (1812) ҡатнашыуға, шулай уҡ Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған.
«Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен декабрҙә күрһәтеү күҙаллана.
Фото: Т. Аманов