

Кисә кискеһен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Краснокама районының Иҫке Бөртөк ауылы эргәһенән аҡҡан Ағиҙел йылғаһында балыҡ тотҡан саҡта өс ирҙең һыуға кәмә менән түңкәрелеүе тураһында хәбәр килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың берәүһе батып үлә. Икәүһе ярға үҙаллы сыға. Улар һыуға батыусы дуҫтарының кәүҙәһен үҙҙәре сығарып, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Әле оператив-тикшереү эштәре алып барыла.
Фото: Т. Аманов