Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2022, 05:15

Юл фажиғәләре - 7 сентябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ун кеше йәрәхәтләнгән. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1500-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 35 иҫерек водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 7 сентябрьЮл фажиғәләре - 7 сентябрь
Юл фажиғәләре - 7 сентябрь

Төш мәлендә Белорет районында, Белорет-Сосновка-Үткәл автомобиль юлының 5-се саҡрымында, 36 йәшлек ир "ВАЗ-2115" машинаһында юлдан осҡан. Аварияла водитель менән уның  пассажиры, 34 йәшлек ҡатын, йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған. Водителдең танытмаһы ла юҡ,  транспорты ла тейешле тәртиптә теркәлмәгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: водитель таныҡлығы бөтөнләй булмаған осраҡта йәки тейешле категория буйынса водитель таныҡлығы булмаһа, 5 мең һумдан алып 15 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 7 сентябрь
Юл фажиғәләре - 7 сентябрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас