Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2022, 11:02

Учалыла бер ир һатыусыға бысаҡ менән ташланған

Видеокамера яҙмаһынан күренеүенсә, был "герой" кисә көпә-көндөҙ аҙыҡ-түлек магазины һатыусыһына бысаҡ менән ташланған. Әлдә 43 йәшлек ҡатын икенсе бүлмәгә инеп йәшеренеп өлгөргән. 

Учалыла бер ир һатыусыға бысаҡ менән ташланғанУчалыла бер ир һатыусыға бысаҡ менән ташланған
Учалыла бер ир һатыусыға бысаҡ менән ташланған

Бынан һуң ир касса аппаратын асып, дүрт мең һум самаһы аҡсаны алып ҡаса. Оперативниктар һөжүм итеүсенең билдәләрен асыҡлап, 40 минуттан уны тоталар. 50 йәшлек ир урланған аҡсаға спиртлы эсемлектәр һәм аҙыҡ-түлек алып өлгөргән була. Унан бысаҡты тартып алалар. 

Енәйәттә ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ул һаҡ аҫтына алынған.

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас