Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2022, 06:16

Ҡала мөхите уңайлы һәм матур була бара

Баш ҡалабыҙҙы, парктар ҡалаһы, тиеүселәр бар. Был дөрөҫлөккә тап килә. Ошо көндәрҙә "Тулҡын" паркын яңыртыу дауам итә.

Ҡала мөхите уңайлы һәм матур була бараҠала мөхите уңайлы һәм матур була бара
Ҡала мөхите уңайлы һәм матур була бара

Быйыл парктағы бәләкәй күл төҙөкләндерелә. Унда күҙәтеү майҙансығы ла булдырыла. Күлдең төбән таҙартыу һәм яңыртыу буйынса ҙур эш алып барыла: яры ла төҙөкләндерелә. Күҙәтеү майҙансығын эшләүҙе 18 сентябрҙә тамамламаҡсылар. 

Бөтә эш һөҙөмтәһе: халыҡҡа уңайлы, матур ял урыны барлыҡҡа киләсәк.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас