Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентябрь 2022, 14:57

Янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән...

Бөгөн Өфөнөң Степан Злобин урамындағы күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа, өс бүлмәле фатирҙа утты һүндереү барышында 1939 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла... 

Янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән...Янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән...
Янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән...

Был турала Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғын хәүефе янаған зонанан туғыҙ кешене, шул иҫәптән биш баланы, ҡотҡарған, 41 кеше эвакуацияланған. Янғын сәбәбе асыҡлана.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас