Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентябрь 2022, 14:24

Намыҫ тигәнең ҡайҙа?

Йылайыр районының Петровка ауылында 21 йәшлек егет күршеһенең, 75 йәшлек ҡатындың, аҡсаһын урлап, машина һатып алған... 

Намыҫ тигәнең ҡайҙа?Намыҫ тигәнең ҡайҙа?
Намыҫ тигәнең ҡайҙа?

Алдан хөкөм ителгән егет күрше йорттар буйлап йөрөп, нимә булһа ла сәлдерергә тырышҡан, 75 йәшлек күршеһенең яңғыҙ йәшәгәнен белгәс, уның йортон тентер өсөн уңайлы мәлде көткән. Пенсионер картуф ҡаҙырға баҡсаға сыҡҡас, өйөнә инеп, әбейҙең аҡсаһын эҙләп тапҡан. Купюраларҙың юғалғанын хужабикә шунда уҡ шәйләмәһен өсөн, ул бөтә сумманы ла алмаған, яртыһына ғына айыу майын һөрткән. Ләкин иғтибарлы әбей утыҙ мең һумға яҡын аҡсаһының юғалғанын күргән һәм шунда уҡ был турала полицияға хәбәр иткән. 

Ә егет урланған аҡсаны нимәгә тотонорға икән, тип баш вата торғас, интернетта автомобиль һатыу тураһында иғлан күреп, машина алырға дәртләнгән. Тик аҡсаһы етмәгән. Шуға ла ул ҡабаттан әбейҙең өйөнә инеп, ҡалған 32 мең һумды урлап, дуҫтары менән Мәләүезгә машина алырға сығып киткән.

Бурҙы полиция хеҙмәткәрҙәре машинала ҡайтып барғанында тотҡан.

Был факт буйынса енәйәт эше асылған. Ғәйепләнеүсе бер ҡайҙа ла китмәү тураһында ҡултамға биргән. Автомобиль махсус туҡталҡаға урынлаштырылған.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас