Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентябрь 2022, 13:15

Йәйәүлене тапаған водитель табылған

Мишкә районында, Оло Сухояз-Тынбай автомобиль юлының унынсы саҡрымында, билдәһеҙ водителдең йәйәүлене бәрҙереп, юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап ҡасыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Полиция хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләү саралары барышында водителде, 22 йәшлек егетте, эҙләп тапҡан. 

Йәйәүлене тапаған водитель табылғанЙәйәүлене тапаған водитель табылған
Йәйәүлене тапаған водитель табылған

Уның һүҙҙәренсә, таңғы дүрт тирәһендә ул "ВАЗ-2112" машинаһында китеп барғанда, ҡапыл юлына йәйәүле ир килеп сыҡҡан... Водитель туҡтап, уға тәүге медицина ярҙамын күрһәтергә маташҡан. Ләкин бер нисек тә ярҙам итә алмаҫын аңлап, юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан. Һөҙөмтәлә ир алған йәрәхәттәрҙән вафат булған. Тикшереү күрһәтеүенсә, водителдең организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0.540 мг алкоголь булған. Ғәйепләнеүсе, спиртлы эсемлекте юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң ҡулландым, ти.

Был ваҡиға буйынса тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас