Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентябрь 2022, 16:37

Аңына килмәгән...

30 августа Стәрлетамаҡта юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған 17 йәшлек ҡыҙ кисә дауаханала, аңына килмәй, вафат булған...

Аңына килмәгән...Аңына килмәгән...
Аңына килмәгән...

30 августа Стәрлетамаҡ ҡалаһының Чехов урамында 46 йәшлек ҡатын идара иткән "Opel Astra" машинаһы менән 16 йәшлек егет идара иткән скутер бәрелешә (машина водителе һулға боролғанда скутерға юл бирмәй). Аварияла скутер водителе менән уның пассажиры, 17 йәшлек ҡыҙ, йәрәхәтләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙ, табиптарҙың бөтә тырышлыҡтарына ҡарамаҫтан, аңына килмәй йән биргән. Был хаҡта ҡыҙҙың яҡындары хәбәр итте. Уларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ... 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Аңына килмәгән...
Аңына килмәгән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас