Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентябрь 2022, 10:43

Юл тығындарын күҙәтеү өсөн квадрокоптер алына

Шунһыҙ булмаҫ. Мәҫәлән, кисә генә иртә менән баш ҡалабыҙ Өфөгә Ырымбур юлынан инә алмай күпме машина ултырҙы?

Юл тығындарын күҙәтеү өсөн квадрокоптер алынаЮл тығындарын күҙәтеү өсөн квадрокоптер алына
Юл тығындарын күҙәтеү өсөн квадрокоптер алына

БР Башлығы Радий Хәбиров ЦУР-ҙа булған оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, юл "тығын"дарын күҙәтеү өсөн квадрокоптер алырға кәрәк. 

"Әйҙәгеҙ, яҡшы квадрокоптер алайыҡ. Уның менән оператор эшләр. Дүшәмбе һәм йомала арйыуса кәрәк. Хатта ике квадрокоптер алырғалыр", - тине республика етәксеһе.

Әллә, автомобилдәрҙе квадрокоптер ғына контролләрме икән? Һәр кемгә ҡайҙалыр барырға, ҡайтырға кәрәк. Барыһы ла урау юлдан йөрөй алмай.

Фото: "Башинформ".

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас