Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентябрь 2022, 07:10

Ҡыҙы алдында әсәһенә ут төрткән

Йән тетрәндергес енәйәт Өфөлә ҡылынған.

Ҡыҙы алдында әсәһенә ут төрткәнҠыҙы алдында әсәһенә ут төрткән
Ҡыҙы алдында әсәһенә ут төрткән

Прокуратура Өфөлә йәшәгән иргә ҡарата Башҡортостандың Юғары судына ғәйепләү һығымтаһын ебәрҙе. Ир кеше үлтереүҙә ғәйепләнә. Енәйәтсе үҙ ғәйебен өлөшләтә таный. Уға 8–20 йылға тиклем ирекенән мәхрүм ителеү янай.

 

Енәйәт 2021 йылдың сентябрендә ҡылынған. Билдәле булыуынса, ғәйепләнеүсе менән уның ҡатыны араһында ыҙғыш сыға. Өфө кешеһе кескәй ҡыҙының күҙ алдында ҡатынының өҫтөнә еңел тоҡанып китеүсе шыйыҡса ҡойоп, ут төрткән. Зыян күреүсенең II–III дәрәжәлә башы, муйыны, кәүҙәһе, ҡулдары һәм аяҡтары бешеүе асыҡланған. Бер ай дауаханала ятҡандан һуң, ҡатын вафат булған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас