

Юҡ, беҙҙә түгел, ә Волгоградтың 33-сө мәктәбендә. Класс тотошлайы менән мигрант (Үзбәкстан һәм Тажикстан) балаларынан тора.
Августың һуңғы көндәрендә мәктәптең буласаҡ 1-се кластарына русса белмәүсе байтаҡ бала киләсәге асыҡланған. Хатта ата-әсәләре лә русса насар белә, икән. Мәктәп хакимиәте үҙ-ара һөйләшкән дә, айырым класс асырға килешкән. Шулай итеп, 14 уҡыусыһы булған “1ж” класы барлыҡҡа килгән. Балалар барыһы ла тейешенсә кейенгән, мәктәп кәрәк-яраҡтары алынған, ата-әсәләре уларҙың русса өйрәнеүен теләй. Ҡайһылары беренселәрҙең айырым класта уҡыуына ла риза түгел, ә рус теллеләр менән бергә булһалар, телде лә тиҙ өйрәнерҙәр ине, ти.
Рәсәйебеҙҙә шундай кластар ҙа бар. Мигранттар күбәйгәс ни...