Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентябрь 2022, 08:18

Башҡортостан газ-мотор яғыулығын ҡулланыуҙы үҫтереү буйынса - өсөнсө

БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, адвокат Булат Сафин белдереүенсә, еңел автомобилдәргә газ ҡорамалдары етештереүҙе яйға һалыу өсөн әле уңайлы мөмкинлек бар.

Башҡортостан газ-мотор яғыулығын ҡулланыуҙы үҫтереү буйынса - өсөнсөБашҡортостан газ-мотор яғыулығын ҡулланыуҙы үҫтереү буйынса - өсөнсө
Башҡортостан газ-мотор яғыулығын ҡулланыуҙы үҫтереү буйынса - өсөнсө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә был темаға түбәндәгеләрҙе яҙғайны: “Республика 2021 йылда илебеҙҙә газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса өсөнсө урынға сыҡты. Ә 2020 йылда 10-сы инек”.

Булат Сафин һүҙҙәренсә, газ бензинға ҡарағанда, экологик яҡтан таҙараҡ та, машиналарҙы газ яғыулығында йөрөтөү арзанға ла төшә. Был йәһәттән бер аҙ хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар, шулай ҙа булған мөмкинлектән файҙаланыу яҡшыраҡ.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас