Серафимовкалағы Балалар музыка мәктәбе бай тарихлы. Ул 1958 йылда уҡ барлыҡҡа килгән, бинаһы 1969 йылда һалынған. 2003 йылда уға төкәтмә лә төҙөгәндәр. Иҫке бинаһы яңыһынан бер метрға тәпәш булған. Был ҡышын ҙур проблема килтергән: ике бина тоташҡан ерҙә ҡар йыйылған, унан һыу аҡҡан.
Хәҙер иһә милли проектҡа ярышлы, яңы ышаныслы ҡыйыҡ бар. Кабинеттарҙа ла косметик ремонт яһалған.
Был музыка мәктәбендә 500-ҙән ашыу бала шөғөлләнә.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығынан.