Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентябрь 2022, 10:04

Мөмкинлекте файҙаланып ҡалығыҙ

10 сентябргә тиклем туристик кешбэк ғәмәлдә!

Мөмкинлекте файҙаланып ҡалығыҙМөмкинлекте файҙаланып ҡалығыҙ
Мөмкинлекте файҙаланып ҡалығыҙ

10 сентябргә тиклем түләнгән турҙар, круиздар һәм отелдәр өсөн 20 процент аҡса кире ҡайтарыла, тик сумма 20 мең һумдан да артырға тейеш түгел.

«Мир» картаһы менән түләргә кәрәк, әммә уны лояллек программаһында теркәү мотлаҡ: https://vk.cc/cg3FD3

Түләнгән сәфәргә 2022 йылдың 1 октябренән юлланырға, кире 2022 йылдың 25 декабренән дә һуңға ҡалмайынса ҡайтырға кәрәк. Круиздар өсөн - 1 сентябрҙән навигация тамамланғанға тиклем.

Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: сәйәхәт эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән бәйле булырға тейеш түгел. Әгәр бөтә шарттар ҙа үтәлһә, кешбэк сәйәхәт өсөн түләгәндән һуң 5 көндән дә һуңға ҡалмайынса картаға күсерелә. Сәйәхәт итеү һәм уның өсөн аҡсаны кире ҡайтарып алыу сикләнмәй.

Көҙгө махсус программала Башҡортостандан 12 туроператор, 14 шифахана һәм 35 отель ҡатнаша. Теләгән тәҡдимде киләһе сайтта һайлағыҙ: https://мирпутешествий.рф/

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас