Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентябрь 2022, 04:50

Көн торошо

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо урынлашасаҡ. Башгидромет синоптиктары фараздары буйынса, аҙна башында ҡырау төшөүе һәм яуым-төшөм көтөлә.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

5 сентябрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, йәшен йәшнәйәсәк. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ - 14-19 градус йылы.

Шишәмбе, 6 сентябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 3-8 градус йылы, төньяҡ райондарҙа 0,-2 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшәсәк, көндөҙ - 12-17 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас