

Көҙҙөң тәүге шәмбеһе, 3 сентябрҙә, яуым-төшөмһөҙ үтергә вәғәҙәләй. Ләкин төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Елдең йүнәлеше - көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан. Айырым райондарҙа көсәйеүсән булыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә - 6-11, көньяҡ-көнсығышта - 16 градус йылы. Көндөҙ 16-21, ә республиканың көньяҡ-көнсығышында йәй дауам итә - 27 градус йылы.
Йәкшәмбе, 4 сентябрҙә, төндә әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ Башҡортостандың көньяҡ райондарында ямғыр яуа. Көнбайыштан талғын ел иҫәсәк. Төндә һауа температураһы - 3-8 градус йылы, әммә урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе көтөлә. Көндөҙ - 16-21 градусҡа тиклем йылыта.
Фото: Т. Аманов