Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентябрь 2022, 03:55

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре кешеләрҙе янғындан ҡотҡарған

27 августа төндә Мишкә районының Баймырҙа ауылында төнгө сәғәт 1 тирәһендә йорт-ҡаралтыларҙың береһендә янғын сыға.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре кешеләрҙе янғындан ҡотҡарғанЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре кешеләрҙе янғындан ҡотҡарған
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре кешеләрҙе янғындан ҡотҡарған

Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, полицияның өлкән лейтенанттары Александр Янгуатов һәм Юрий Васильев ялҡынды күреп ҡалған һәм ошо хаҡта дежур бүлеккә хәбәр иткән.

 

Һуңынан полицейскийҙар кешеләргә ярҙамға ашыҡҡан: улар ике ҡатлы күп фатирлы йорт янында урынлашҡан мунсала һәм хужалыҡ ҡаралтыһында ут сығыуын күргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эш машинаһында тауыш сигналдарын ҡабыҙған һәм йортта йәшәүселәрҙе уята башлаған. Александр Йәнғуатов йәш егетте һәм ҡыҙҙы, шулай уҡ оло йәштәге ирҙе бинанан сығарған.

 

Автоинспекторҙар ауыл халҡы менән бергә  янғынды һүндерә башлай. Һуңғараҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан килгән ҡотҡарыусылар утты тулыһынса һүндерә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас