

Башҡортостан етәксеһе республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы белгестәрен, тармаҡ ветерандарын байрам менән ҡотланы. Республика етәксеһе предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәренә дәүләт һәм ведомство наградаларын да тапшырҙы.
– Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө – Башҡортостан өсөн төп байрамдарҙың береһе. 90 йыл элек Ишембай районында нефть ятҡылығы асылғас, илебеҙҙең яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереүҙә «башҡорт» этабы башланды. Һөнәри байрамдары алдынан ветерандарыбыҙға тәрән хөрмәтемде белдерәм. Һеҙ республикабыҙҙың төп байлығын булдырҙығыҙ. «Башнефть» - Башҡортостандың көслө, төп партнеры, беҙ уның менән ышаныслы һәм конструктив мөнәсәбәттәр ҡорҙоҡ. Компания төбәктең алдынғы һалым түләүселәренең береһе булып тора, – тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығы «Башнефть» компанияһының фәнни-техник ҡаҙаныштарын да билдәләне, уның социаль программаһының һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
Фото: Т. АМАНОВ.