

Денис Мирошниченко белдереүенсә, Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһына махсус хәрби операция башланғандан алып ҡына түгел, ә һигеҙ йыл буйы ярҙам күрһәтә.
- Парламент-ара кимәлдә яйға һалынған мөнәсәбәттәр артабан да үҫтерелер, тип ышанам. Шуныһы ҡыуаныслы, бөгөн беҙ элек үткәрелгән эштәргә йомғаҡ яһайбыҙ һәм киләсәккә пландар төҙөйбөҙ, – тип ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итте ул.
– Донбасс крайына хөрмәтебеҙҙе йөрәгебеҙҙә һаҡлайбыҙ. Башҡортостан менән Донбасс үҙ-ара дуҫтарса ныҡлы бәйләнеш тота. Был бәйләнеш 2014 йылдан һуң, һеҙ үҙ аллы субъект булараҡ үҫешә башлағандан алып айырыуса әүҙемләште. Быға тиклем ойошторолған осрашыу һөҙөмтәһендә, тағы ла тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеүҙе үҫтереү маҡсатында, булған ресурстарҙы максималь рәүештә файҙаланырға ҡарар ителгән ине. Луганск Халыҡ Республикаһында беҙ бер нисә социаль-иҡтисади проектты ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашабыҙ. Башҡортостан Республикаһы үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрҙе уңышлы тормошҡа ашырыр, тип ышанам, – тине Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев.
Осрашыуҙа шулай уҡ БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе – Башҡортостан Республикаһы министры Азамат Абдрахманов ҡатнашты, тип хәбәр итәләр Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы сайтынан.