Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентябрь 2022, 07:53

Баш ҡалабыҙҙа туристик мәғлүмәт үҙәге асылды

Ул “Каруанһарай” комплексы бинаһында урынлашҡан.

Баш ҡалабыҙҙа туристик мәғлүмәт үҙәге асылдыБаш ҡалабыҙҙа туристик мәғлүмәт үҙәге асылды
Баш ҡалабыҙҙа туристик мәғлүмәт үҙәге асылды

Туристарға ҙур ярҙамсы буласаҡ үҙәкте асыуҙа БР Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Бындай урындарҙа иҫтәлекле урындар, кафе-ресторандар, отелдәр тураһында бушлай мәғлүмәт, шулай уҡ туристик карта алырға мөмкин.

Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендә, Салауат һәйкәле янындағы Ағиҙел яры буйында, Дуҫлыҡ Монументы тапҡырындағы причалдағы офистарҙан тыш, тағы ошо яңы асылған үҙәктә туристарға ихлас күңелдән ярҙам итәсәктәр. Туристик мәғлүмәт үҙәгенең (ТИЦ) бурысы – турисҡа һәр аҙымында булышлыҡ итеү.

Әйткәндәй, үткән айҙа, теүәлерәге 10 августа, Башҡортостандың 2035 йылға тиклем туризм үҫеше стратегияһы ҡабул ителде. Киләһе йылда “Ростуризм”дан 336 миллион һум аҡса ла бүленә.

Былтыр беҙҙә туристар ағымы 2020 йыл күрһәткестәрен үтеп киткән һәм 3,5 млн кеше тәшкил иткән.

Фото: "Башинформ"

 

Баш ҡалабыҙҙа туристик мәғлүмәт үҙәге асылды
Баш ҡалабыҙҙа туристик мәғлүмәт үҙәге асылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас