Төбәк етәксеһе ошо уҡыу йортон тамамлаусы, Рәсәй Геройы, прапорщик Тамерлан Илһамов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, махсус хәрби операция ваҡытында Тамерлан Илһамов етәкселегендәге зенит ракета-артиллерия батареяһының хәрби расчеты ракетаға ҡаршы һуғышҡа инә. Хәрби хеҙмәткәрҙең оҫта эш итеүе хәрби расчетҡа дошмандың туғыҙ ракетаһын ҡыйратырға мөмкинлек бирә. Хәрби комплектты тотоноп, Тамерлан Илһамов позицияһын үҙгәртергә ҡарар итә. Ошо ваҡытта ике ракета зенит комплексына эләгә. Прапорщик хәрби иптәштәре менән бергә һәләк була, ләкин үҙ ғүмерен аямай бар подразделениеның шәхси составын юғалтыуға юл ҡуймай. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Тамерлан Илһамовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.2022 йылдың 1 авгусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Алтын йондоҙҙо уның ата-әсәһенә тапшырҙы.
Белем көнөндә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында төбәк етәксеһе Тамерлан Илһамовтың батырлығын һәм илһөйәрлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Бөгөн башҡорт халҡының данлы улы, генерал Таһир Күсимовтың исемен йөрөткән гимназияла Ватанды һаҡлаусы, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Мин Тамерландың командирҙары менән аралаштым. Улар Илһамовтың ул бик ҡыйыу егет булыуын әйтте, туғандарына һәм яҡындарына тәрән ихтирам һүҙҙәрен еткерҙе. Беҙ Тамерлан Илһамов һәм уның батырлығы тураһында иҫтәлекте һаҡлаясаҡбыҙ. Тыуған илен һаҡлаусыларҙың һәм яҡлаусыларҙың барыһына ла мәңгелек дан!
Тантанала ҡатнашыусылар Рәсәй Геройын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Радий Хәбиров менән аралашҡанда Тамерлан Илһамовтың ата-әсәһе һәм гимназия уҡытыусылары уның һәр ваҡыт тыйнаҡлығы, иғтибарлы булыуы, өлкәндәрҙе хөрмәт итеүе менән айырылып тороуы хаҡында һөйләне. Башҡортостан Башлығы республика етәкселеге һәм район хакимиәте хәрби хеҙмәткәрҙең туғандарына һәм яҡындарына бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.