

Был белем биреү үҙәгендә ҡайһы бер предметтарҙы тәрәндән өйрәнәләр.
40-сы мәктәп өсөн бөгөн әһәмиәтле көн. Сөнки ул хәҙер Рәсәй Геройы, ошо мәктәпте тамамлаусы Максим Серафимов исемен йөрөтә.
Үкенескә күрә, егет махсус хәрби операция ваҡытында батырҙарса һәләк булған. Максим Рязань юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлаған. Тәүге көндәрҙән үк хәрби операцияға ҡушылған. Һуңғы алышында өлкән лейтенант Серафимов кәүҙәһе менән граната юлын ҡаплап, дуҫтарын үлемдән ҡотҡара. Рәсәй Геройы исеме уға үлгәндән һуң бирелә. 1 августа Радий Хәбиров Йондоҙҙо батыр яугирҙың ата-әсәһенә тапшырҙы.
Хәҙер Шишмә районының Алкин ауылындағы “Патриот” хәрби-патриотик ял һәм мәҙәниәт паркы уның исемен йөрөтә.
Белем көнөндә Геройҙың иҫтәлегенә ул уҡыған 40-сы мәктәптә таҡтаташ та асылды. Дәүләт гимндары яңғыратып, флагтар күтәрелде. Әйткәндәй, Рәсәй флагын – Максимдың ҡустыһы Виктор Серафимов, Башҡортостандыҡын уҡыу алдынғыһы Камилла Мәхмүтова күтәрҙе. Шулай уҡ мәктәптә Хәтер стенды һәм 208-се кабинетта Герой партаһы ла булдырылды.
Башҡортостан Башлығы уҡыу йортонда геологик музейҙы, ашхананы ла ҡараны, педагогик коллективҡа уңыштар теләне.
Фото: БР Башлығы сайтынан.