Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Август 2022, 09:42

Юл фажиғәләре - 30 август

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун өс автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған һәм ун дүрт кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1500-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 29 эскән водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 30 августЮл фажиғәләре - 30 август
Юл фажиғәләре - 30 август

Кисә Бүздәк районының Ташлыкүл ауылы янында 39 йәшлек ир "Лада Гранта" машинаһында 65 йәшлек йәйәүле ирҙе тапай. Йәйәүле үлемесле йәрәхәттәрҙән йән биргән.

Һуңынан билдәле булыуынса, был фажиғә ике йәш ирҙең спиртлы эсемлектәр эсеүенән башланған. Иҫерек ирҙәрҙең береһе машинаһында өйөнә ҡайтырға юлланғанда, күпер тирәһендә юлдан оса. Административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙан ҡурҡып, ул атаһын ярҙамға саҡырған. Авария урынына атаһы килгәс, йәш ир артабан эсергә китеп барған. Ә бер аҙҙан уның иҫерек иптәше "Лада" машинаһында күпер тирәһенән үтеп барышлай, улының машинаһын сығарырға маташҡан ирҙе тапай ҙа инде. 

"Лада Гранта" водителе алкоголгә тикшереү үтеүҙән баш тартҡан. Уға ҡарата енәйәт эше асылған (РФ ЕК 264 ст. 1.1-се б.)

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 30 август
Юл фажиғәләре - 30 август
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас