

Бөгөн ҡалала күпер һәм юл төҙөү өсөн йыйылма тимер-бетон конструкциялар етештереү сафҡа индерелде. Ул Күпер-тимер-бетон конструкциялар заводында (МЖБК) урынлашҡан.
«Бөгөн беҙ икенсе предприятиены асабыҙ. Беҙҙең өсөн күпер-тимер-бетон конструкциялар предприятиеһы ҙур әһәмиәткә эйә, республикабыҙ һәм илебеҙ юл инфраструктураһын әүҙем төҙөй, күперҙәр һала. Бөгөн ҙур, яҡшы ваҡиға. Благовещен әүҙем үҫә, бөтәгеҙгә лә уңыштар, яҡшы кәйеф һәм лайыҡлы эш хаҡы теләйем», — тине Радий Хәбиров.
Завод директоры Дмитрий Исаев белдереүенсә, яңы йүнәлешкә 305 млн һум аҡса тотонолған. Әле предприятиела 256 кеше эшләй. Уртаса хеҙмәт хаҡы 62 мең һум.
Благовещенда күсмә "Сәнәғәт сәғәте" ултырышы үтте. Әйткәндәй, МЖБК директоры республика төҙөлөш ойошмалары ассоциацияһының сираттағы ултырышына саҡырылды. Был төҙөлөш компаниялары менән килешеп эшләү өсөн мөһим.