Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Август 2022, 12:01

Йәш эшҡыуарҙар инвестиция сессияларында ҡатнаша ала

Бөтә Рәсәй йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү программаһына ярашлы,  Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ «Инвестиция сессиялары» проектын башлай. Ижевскиҙа үткән Бөтә Рәсәй йәш эшҡыуарҙар форумында был хаҡта таныштырҙылар.  

Йәш эшҡыуарҙар инвестиция сессияларында ҡатнаша алаЙәш эшҡыуарҙар инвестиция сессияларында ҡатнаша ала
Йәш эшҡыуарҙар инвестиция сессияларында ҡатнаша ала

Унда 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге Рәсәй Федерацияһы граждандары ҡатнаша ала. Ике ағымда йәш эшҡыуарҙар онлайн-курстар үтәсәк һәм инвесторҙар менән осрашасаҡ.
«Инвестиция сессиялары» Рәсәйҙең 30 субъектында эшләй башлай һәм ике этапта уҙғарыла: әҙерлек (онлайн-формат) һәм инвесторҙар менән осрашыуҙар (офлайн-формат). Беренсе этапта сессияла ҡатнашыусыларҙы инвесторҙарға үҙ проекттары менән таныштырыу өсөн әҙерләйҙәр. Улар презентация булдырыуҙың төп этаптарын һәм сығыштар структураһын үҙ эсенә алған видеодәрес аласаҡ, практик оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк, унда проекттарҙы «һынау» яҡлауы уҙасаҡ. Беренсе этап финалында һәр ҡатнашыусыға кире бәйләнеш булдырыла. Икенсе этапта проектта ҡатнашыусыларға үҙҙәренең бизнес-идеяһын ғәмәлдәге инвесторҙарға күрһәтеү мөмкинлеге биреләсәк.

Беренсе ағымды уҙғарыу ваҡыты – 6 августан 28 октябргә тиклем, икенсе ағым – 26 августан 22 ноябргә тиклем. Башҡортостандан ҡатнашыусыларҙы теркәү «Рәсәй йәштәре» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында https://myrosmol.ru   18 сентябргә тиклем бара.

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас