Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Август 2022, 06:46

Төшкө сәйгә эремсекле ҡабартма бешерегеҙ

Бик тәмле була! Иң мөһиме – тиҙ әҙерләнә.

Төшкө сәйгә эремсекле ҡабартма бешерегеҙТөшкө сәйгә эремсекле ҡабартма бешерегеҙ
Төшкө сәйгә эремсекле ҡабартма бешерегеҙ

Эремсек – 200 г

Он – сама менән 80 г

Йомортҡа – 1 дана

Сода – балғалаҡ осонда

Шәкәр – 1-2 балғалаҡ

Ваниль шәкәре – 10 г

Ҡыҙҙырыу өсөн үҫемлек майы – 150 г

Тәменсә тоҙ

Ҡамыр ҡабартҡыс

Эремсеккә шәкәр һәм йомортҡа ҡушып, иҙергә. Тоҙ, ваниль шәкәре (уны ҡушмаһағыҙ ҙа була) өҫтәргә. Массаға он һәм ҡамыр ҡабартҡыс ҡушып, баҫырға, шарсыҡтар яһарға. Шунан бер аҙ йәйеп, көлсә формаһындағы ҡамырҙың уртаһын стакан менән киҫергә. Йәки ҡул менән дә пончик формаһын яһарға була. Һис юғы һәр кем теләгән формаһын бирә ала.

Эремсекле ҡамыр майҙа тиҙ генә бешә. Яратһағыҙ, өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә мөмкин.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас