

Белоретта Галина Сафонованың эшен ҡарай башланылар, уны дуҫы суицидҡа еткергән, тип фаразлана.
Сәйер хәл 2021 йылдың сентябрендә булды. Белоретта күп ҡатлы йорттоң тәҙрәһе янында Галина Сафонованың кәүҙәһе табылған. “Ашығыс ярҙам” фельдшерының үлеменә ҡатнашы булыуҙа уның менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булған Дмитрий В. ғәйепләнә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Галина Дмитрийҙың өләсәһенең тәҙрә төбөндә һәләк булған – ул оло йәштәге ҡатынға укол һалырға килгән булған. Галинаның ике балаһы ҡалған, уларҙы әлеге ваҡытта өлкән йәштәге әсәһе тәрбиәләй. Ҡатын ҡыҙының яҡты донъянан үҙаллы киткәненә ышанмай.
Яңыраҡ Белорет судында Галинаның үлеме тураһында эш буйынса тәүге ултырыш үтте. Дуҫы Дмитрий тәүҙә унда шаһит булараҡ билдәләнһә, һуңғараҡ уны ғәйепләнеүсе итеп билдәләнеләр. Енәйәт эштәре суицидҡа еткереү факты һәм көс ҡулланыу буйынса асылған. Ир үҙ ғәйебен таныманы.
Мәрхүмәнең яҡындары, Галина менән Дмитрийҙың мөнәсәбәттәре ҡатмарлы булды, тип хәбәр итә. Ҡатын йыш ҡына ирҙең көс ҡулланыуына зарланған. Әхирәттәре менән һөйләшкәндә ул, рәнйетеүсене уны үлтереп туҡтағас ҡына яза бирелер, тип күҙаллағанын да әйтә. Галина яҡындарына туҡмалып күгәргән фотоһүрәттәрен дә ебәрә.
Фото: Т. Аманов