

Уны бәҙрәф соҡорона һалырға мөмкин. Был насар еҫтән ҡотолорға ла ярҙам итә.
Томаттарҙың һабағында солонин бар. Ул – ҡоротҡостарға ҡаршы ағыу. Баҡсалағы ҡыуаҡтар һәм ағастарҙа зараралы бөжәктәр булмаһын өсөн помидор һабағы төнәтмәһе менән эшкәртәләр. 4 кг һабаҡҡа 10 литр һыу ағыҙып, ярты сәғәт ҡайнатырға ла,ошо ҡатнашмаға һыу ҡушып, кер һабыны өҫтәргә.
Ауырыуҙары булмаған помидор һабаҡтарын турап, ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ла мөмкин. Сөнки ул азотҡа бай ашлама һанала. Уңыш йыйғандан һуң йәшел массаны киптереп, яндыралар ҙа. Көлөның сифаты ағастыҡынан кәм түгел.
Томат һабаҡтарын емеш- еләк ағастары төбөнә лә өйөп ҡуйырға була. Уның еҫен кимереүселәр яратмай.
Фото: fleuramour.ru