Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Август 2022, 04:35

Өфөлә ҡар иретеү пункты төҙөлә

Санаңды - йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә, ти халыҡ. Өфөлә ҡарға ҡаршы көрәш мәсьәләһе буйынса баш ваталар. Әле баш ҡалабыҙҙа бер генә ҡар иретеү пункты бар. Ҡышын ҡарҙың күп булыуын иҫәпкә алғанда, был ғына етмәй.

Өфөлә ҡар иретеү пункты төҙөләӨфөлә ҡар иретеү пункты төҙөлә
Өфөлә ҡар иретеү пункты төҙөлә

Трамвай урамында ҡеүәте тәүлегенә 1500 кубометр ҡарҙы иретеүгә иҫәпләнгән пункт эшләй. Тик көслө бурандар, ҡар яуыу осоронда ул 2500 кубометр ҙа ҡабул итә. Хатта тәүлек әйләнәһенә эшләгән хәлдә лә көсө етмәй инде. Ҡарҙы ҡайҙа ҡуйып бөтөргә? Ташып түгеү иҡтисади яҡтан файҙаһыҙ.

Шуға ла Өфө мэры Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, ҡалала кәмендә биш ҡар иретеү пункты булырға тейеш. Трамвай урамында урынлашҡаны төньяҡ өлөштә булһа, яңыһын көньяҡтараҡ төҙөргә ҡарар иткәндәр. Күҙалланыуынса, ул С. Агиш урамында буласаҡ. Экологик йәһәттән ҡар иретеү пункты мөхиткә зарар килтермәй, еҫен бөтөрөү өсөн махсус ҡорамал ҡуйыласаҡ.

Баш ҡалабыҙҙа бүтәнсә көрттәр өйөлөп ятмаясаҡ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас