Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Августа 2022, 09:41

Республика Хөкүмәтендә - яңы вазифа

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә ғилми-технологик үҫеш буйынса Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын булдырҙы. 

Республика Хөкүмәтендә - яңы вазифаРеспублика Хөкүмәтендә - яңы вазифа
Республика Хөкүмәтендә - яңы вазифа

Яңы вице-премьер ҙа бар - был яуаплы эш БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевҡа йөкмәтелде. Ул шулай уҡ министр булып та ҡала.

– Ике йыл рәттән Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Был - һеҙҙең министрлыҡтың һәм предприятие етәкселәренең, шулай уҡ унда эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең ҡаҙанышы. Ваҡыт алдыбыҙға яңы бурыстар ҡуя. Сәнәғәтебеҙ һәм иҡтисадыбыҙҙа фән ҡаҙаныштарын арттырыу хәҙер киҫкен әһәмиәткә эйә булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Фән һәм сәнәғәттең үҙ-ара килешеп эш итеүе, алдынғы технологиялар, дөйөм алғанда, республиканың технологик үҫеш стратегияһы мәсьәләләре. Был бик мөһим. Ошоға бәйле мин Премьер-министрҙың ғилми-технологик үҫеш буйынса урынбаҫары вазифаһын булдырҙым, - тип аңлатты Радий Хәбиров Шельдяев менән осрашыуҙа.

Александр Шельдяев тейешле указ сыҡҡансы "вазифа башҡарыусы" статусында эшләй.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас