

Миңзилә* – ерән сәсле, йәшел күҙле ҡатын. Әсәһе лә шулай булған, хәҙер үҙенең ҡыҙы ла шундай. Сәс төҫөнә һәр кем һоҡлана. Сөнки матур шул: ҡояшта ялт-йолт иткәндәй, етмәһә – бөҙрәләр.
Миңзилә бәләкәй саҡта, әсәһе әйтеүенсә, сәсенә күҙ тейҙереп, ауырыған да әле.
Дауаханала ятҡан саҡта була ул хәл. Әсә менән бала палатанан сығып йөрөй, ҡыҙсыҡ тиҫтерҙәре менән уйнай, сәстәре ялбыр-йолбор килә инде бына. Дауаханалағы һәр кем тиерлек – табиптар ҙа, персонал да, сирлеләр ҙә – балаға һоҡлана. Ә төндәрен ҡыҙ йоҡлай алмай ыҙалана. Көн дә шулай. Ә бер палатала балаһы менән сиған ҡатыны ятҡан икән. Ул ерәнкәйгә күҙ тейеүен әйтә, дауаһын да өйрәтә: ҡалаҡ-сәнскеләрҙе сайҡатып, ҡыҙҙың күлдәк итәге менән һөртөргә. Миңзиләнең әсәһе ундай-бындайға ышанмаһа ла, аптырағас, бер нисә ҡалаҡ алып, йыуған була ла, балаһының итәгенә һөртә. Һәм, ни ғиллә, ҡыҙыҡай тыныс ҡына йоҡлап та китә.
Тағы бер осраҡ бар. Ҡыҙға 14 йәштәр самаһы булғанда, ҡуйы матур бөҙрәләре ҡапыл төҫһөҙләнә, ҡойола башлай. Ниндәй генә анализ бирмәйҙәр – барыһы ла яҡшы. Шул саҡ туған тейешле бер апай өшкөртөргә ҡуша. Белгесен дә табалар. Етди йөҙлө бер инәй һыуға ҡарап, доғалар уҡый ҙа, уны усына ҡойоп, ҡыҙҙың сәсен һыйпай. Миңзиләнең башынан аяҡ остарынаса ниндәйҙер бер эҫе ағым үткән кеүек була. Был юлы ла шулай тиҙәр: күҙ тейгән. “Бәлки, сихырҙыр ҙа әле, шуға ла оҡшаш”, – тип тә өҫтәй теге етди инәй. Һәм, ҡыҙҙың әсәһенә, кискә өйҙәренә кем килеп, нимә һораһа ла, бирмәҫкә ҡуша.
Ҡыҙыҡ: кискә әсәһенең таныш ҡатыны инә. Бығаса бер ҙә килгәне булмаған, баҡһаң. Һәм баҡсала үҫкән сәскә орлоғон һорай. Әсә кеше, имсенең һүҙҙәрен иҫтә тотоп, әле орлоҡ булмауын әйтә. Теге ҡатын һыу һорай. “Һыуҙы һүндереп торғандар, алып өлгөрмәнек”, – ти әсәһе. Миңзилә һуңынан һыуҙы тикшереп килә: барсы! Ни булһа ла, был ҡатын буш ҡул менән сыға. Ғәжәбе шул: ҡыҙҙың сәсе ҡойолоуҙан туҡтай. Әллә ысын сихыр булған инде?!
Хәҙер Миңзилә үҙе әсәй. Тик сәстәрен ҡырҡтырған һәм буятҡан. Бәләһенән баш-аяҡ. Ә бына ерән сәсле ҡыҙын йәлләңкерәй.
Ерән сәслеләр, һеҙгә күҙ тейҙергәндәре бармы?
*исемдәр үҙгәртелде.