

Ул «Аңлы рәүештә икенсе кешене үлемгә дусар итеү», «Законһыҙ шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатыу ҡулайламалары йөрөтөү, әҙерләү», «Атыу ҡоралын һаҡлау һәм йөрөтөү» статьялары буйынса енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Судтың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, иҫерек ир 2021 йылдың апрелендә элекке ҡатынының өйөнә килгән. Улар араһында ғауға сыҡҡан. Ҡатын элекке иренән өйҙән сығып китеүен талап итеп, ведомствонан тыш һаҡ бүлеге хеҙмәткәрҙәрен саҡырыу менән янаған. Ир уға ҡамасаулау өсөн, телефонын тартып алырға уйлай. Ул зыян күреүсенең муйынын һыға, курткаһының кеҫәһенән үҙе менән йөрөткән ҡайсыны сығара һәм ҡатындың күкрәгенә, муйынына һәм елкәһенә биш тапҡыр сәнсә. Хужабикә иҙәнгә ҡолай, ә ғәйепләнеүсе уны быуыуын дауам итә.
«Зыян күреүсенең үлеме – муйынын быуыу, йәғни аңлы рәүештә эш итеү һөҙөмтәһендә, ваҡиға урынында механик асфиксациянан була. Бынан тыш, ғәйепләнеүсенән төтөнһөҙ дары ҡатнашмаһынан торған матдә; шартлатыу ысулы менән яһалған дистанциялы ҡул гранатаһы шартлатыу ҡулайламаһы, шулай уҡ пистолет тартып алынды», – тип хәбәр итәләр судтан.
Ир кеше үлтереүен танымай, ләкин шартлатҡыс матдәләрҙе һәм ҡоралды законһыҙ һаҡлауы һәм йөрөтөүен таный.
Суд ирҙе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип тапты. Ул, иректән сикләү рәүешендә өҫтәмә яза алмайынса, 7000 һум күләмендә штраф менән ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 11 йыл да 6 айға иркенән мәхрүм ителде. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
Фото: Т. Аманов