Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Август 2022, 04:30

Тәүлек эсендә биш ҙур тәбиғәт янғыны теркәлгән

Уларҙың дөйөм майҙаны 28 гектарҙан ашҡан.

Тәүлек эсендә  биш ҙур тәбиғәт янғыны теркәлгәнТәүлек эсендә  биш ҙур тәбиғәт янғыны теркәлгән
Тәүлек эсендә биш ҙур тәбиғәт янғыны теркәлгән

Башҡортостанда 26 августан дөйөм майҙаны 28,8 гектарлыҡ биш ҙур ландшафт янғыны теркәлгән. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр.

- Урман янғындары Йылайыр, Ейәнсура, Белорет райондарында сыҡҡан. 23 гектар майҙанда ҡоро үлән янды, - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре бөтә янғындарҙы һүндергән, шулай уҡ янғындың тораҡ пункттарға таралыуына юл ҡуймаған. Янғын һүндереүгә бөтәһе 15 техника берәмеге һәм 30-ҙан ашыу кеше йәлеп ителгән.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас