Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Август 2022, 16:30

Иртәнсәк матур күренәм тиһәң

Был дүрт ҡағиҙәне кискеһен үтәргә онотмағыҙ.

Иртәнсәк матур күренәм тиһәңИртәнсәк матур күренәм тиһәң
Иртәнсәк матур күренәм тиһәң

1. Төнгөлөккә макияжығыҙҙы йыумай ятмағыҙ. Етмәһә, көнө буйына биттә әллә күпме бысраҡ йыйыла. Был иһә бит тиреһен ҡуҙғытып, һытҡы, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә.

2. Һоло ярмаһынан (овсяные хлопья) битлек эшләгеҙ. Был тәбиғи сара тирене таҙарта, һытҡынан һәм ҡара нөктәнән ҡотолорға ярҙам итә. Әгәр ҙә тирегеҙ майлы йәки нормала икән, 1 сәй ҡалағы һоло ярмаһына саҡ ҡына һыу ҡушып, бит тиреһен ышҡығыҙ. Киреһенсә тирегеҙ ҡоро икән, һөт ҡушығыҙ. Аҙаҡтан битегеҙҙе йылы һыу менән һыуырға ла онотмағыҙ.

3. Төнгө кремды ла дөрөҫ һөртөгөҙ. Уны биттең уртаһынан ҡолаҡҡа ҡарай һөртөргә кәрәк. Еңел һәм тиҙ һеңдерелә торған кремды йоҡлар алдынан 30 минут, ә майлы, ҡуйы кремды 1,5 сәғәт алдан һөртөгөҙ. Юғиһә, иртәнсәккә шешенеү булыуы ихтимал.

4. Сәсегеҙ хаҡында ла хәстәрлек күрергә онотмағыҙ. Көнө буйы сәсегеҙҙе йыйып йөрөһәгеҙ, кискеһен таратып, баш тирегеҙгә 5 минут тирәһе массаж эшләп алығыҙ. Сәс саталанмаһын өсөн еүеш сәс менән йоҡларға кәңәш ителмәй. Айына бер тапҡыр сәстең бөтә оҙонлоғона миндаль йәки зәйтүн майы һөртөп, ике сәғәттән һуң шампунь менән йыуығыҙ. Сәс һәйбәтерәк үҫәсәк, шыма һәм ялтырап та торасаҡ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас