Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Август 2022, 10:06

Күңелле ял фажиғәле тамамлана

Август айындағы аномаль эҫелек арҡаһында һыу ятҡылыҡтары янында ял итеүселәр һаны кәмемәй. 

Күңелле ял фажиғәле тамамланаКүңелле ял фажиғәле тамамлана
Күңелле ял фажиғәле тамамлана

Һуңғы өс көндә бер нисә фажиғәле осраҡ теркәлде, тип хәбәр итте Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

23 августа Нуриман районының Павловка һыу һаҡлағысында бер ир батып үлгән. Уға 34 кенә йәш була.

24 августа Учалы районының Өргөн күлендә 58 йәшлек ир һәләк булған.

Шулай уҡ был көндө Өфө йылғаһында ла фажиғә булған: 33 йәшлек ир батып үлгән.

25 августа Миәкә районында Дим йылғаһында 29 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән һәм Шишмә районының Кесе Өйҙөрәк йылғаһында 54 йәшлек ир батып үлгән.

Һәләк булыусылар йыһазландырылмаған урындарҙа һыу ингән, батыусыларҙың 5 кешенең 4-е иҫерек булған.
- Һыу аҡрынлап һыуына, ул йылынмай - был ҙур хәүеф. Һауала эҫе, һыуҙа һалҡын - ҡапма-ҡаршылыҡ, айырыуса иҫерек килеш һыу ингәндә, ярайһы уҡ хәүефле, - тип аңлатма бирҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас