

Алынған мәғлүмәттәр буйынса, Энтузиастар урамы, 16 адресы буйынса ерҙең өҫкө ҡатламы ишелеп төшөүе теркәлгән. Ваҡиға урынына шунда уҡ ҡотҡарыусылар ебәрелгән. Белгестәр участкала элек газ үткәргес һалыуҙарын асыҡлаған һәм, тамамланғас, асфальт япмаһы сифатһыҙ тергеҙелгән, тигән һығымтаға килгән.
Әле ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләре бөтөрөлә, урында белгестәр эшләй.
Фото: Т. Аманов