Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Август 2022, 06:55

Емеш-еләккә хаҡ төшкән

Башҡортостанда бер аҙнала ҡайһы бер йәшелсә һәм емеш-еләк арзанайған. 15 һәм 22 августа республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы сағыштырған Башстат мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй.

Емеш-еләккә хаҡ төшкәнЕмеш-еләккә хаҡ төшкән
Емеш-еләккә хаҡ төшкән

 

Статистиктар иҫәпләүенсә, бер аҙнала сөгөлдөргә (1 килограмм өсөн 11,5 процентҡа  - 30,5 һумға тиклем), помидорға (9,7 процентҡа - 56 һумға тиклем), кишергә (9 процентҡа - 38,5 һумға тиклем), башлы һуғанға (6,8 процентҡа - 43 һумға тиклем), алмаға (5,1 процентҡа - 102,5 һумға тиклем), бананға (2,1 процентҡа) һәм 33 һумға тиклем) хаҡтар төшкән.

 

Шул уҡ ваҡытта башҡа категориялағы аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнгән: тауыҡ йомортҡаһы (10 данаһы 2,1 процентҡа - 55 һумға тиклем), балалар өсөн ит консервалары (2,3  процентҡа - 1052 һумға тиклем), тоҙ (2,6 процентҡа - 13 һумға тиклем) һәм сосискалар (6,8 процентҡа - 411 һумға тиклем).

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас