Беҙҙең дөйөм еңеү!!!
Дуҫтар, һеҙгә шәп хәбәр еткерергә ашығабыҙ! Мәскәүҙә «Татар мәҙәниәте көндәре» барышында яҡташыбыҙ Элвин Грейға «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Йырсы тыңлаусыларына, ғаиләһенә һәм уға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Был беҙҙең дөйөм наградабыҙ һәм еңеүебеҙ, ти ул.