Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Август 2022, 16:23

300-ҙән ашыу кеше сирләгән

 Әлеге ваҡытта 174 кеше дауаханала ковидтан дауалана. Шуларҙың 12-һе – ауыр хәлдә, берәүһе үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған.

300-ҙән ашыу кеше сирләгән300-ҙән ашыу кеше сирләгән
300-ҙән ашыу кеше сирләгән

Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус менән зарарланыуслар һаны  296684 кешегә етте.  Тәүлек эсендә тағы 342 кешенең коронавирус менән сирләүе  асыҡланған. 

 Бәхеткә күрә, был тәүлектә үлем осрағы теркәлмәгән.

   Дауахананан тыш пневмония менән 9 кешенең сирләүе теркәлгән. 11 пациент был ауырыуҙан һауығып, дауахананан сыҡҡан.

 Республикаға ковидҡа ҡаршы бөтәһе 3318948 доза вакцина алынған.  3163264 кеше вакцинаның тәүге компонентын эшләткән.  2901454 кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән.  Тәүлек эсендә генә 15876 кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан.

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 10430 доза "Спутник М" вакцинаһы алынған.  12 йәштән 17 йәшкә тиклемге 9189,2 бала был вакцинаның тәүге компонентын эшләткән, 8060 бала тулыһынса вакциналанған.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас