

Республиканың спорт тормошо хаҡында Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының Сәләм тапшырыуында ҡунаҡ, Спорт министрлығының төп кәңәшсеһе Розалия Мортаева менән һөйләштек.
Республикала спорт менән халыҡ мөмкин тиклем күберәк шөғөлләнә алһын өсөн күп нәмә эшләнә - профессионалдар һәм төрлө йәштәге спорт яратыусылар өсөн объекттар төҙөлә.
Балалар спортына ла етди иғтибар бирелә. Мәҫәлән, Башҡортостанда беренсе мәртәбә ауыл ерендә йәшәгән үҫмерҙәр һәм юниорҙар араһында бокс буйынса республика ярыштары үтте. Уларҙы ауылда үткәрелгән спорт уйындары программаһына индерергә ниәтләйҙәр https://vk.com/wall-27818944_30896
Республикала «Ауыл тренеры» программаһы эшләүен дауам итә. Ул хаҡта ла ентекле һөйләнек.
Эфир яҙмаһын ҡарағыҙ һәм спорт яңылыҡтары менән танышып тороғоҙ!