

Мәғлүмәттәргә ярашлы, үлемесле шартлау 23 августа хәрби часть территорияһында булған. Ваҡиға урынына хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре килгән. Улар 33 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Уның шәхесе асыҡланған. Иглин районы кешеһе. Ул законһыҙ рәүештә металл һыныҡтарын йыйыу менән шөғөлләнгән, «ҡара ҡаҙыусы» булған.
Әлеге ваҡытта был хәлдең сәбәптәрен хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары асыҡлай.
Фото: Т. Аманов