

2020 йылдың 26 октябрендә Чапаев урамындағы шәхси йорттоң подвалында 33 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Уны ныҡ итеп туҡмағандар. Полицейскийҙар һәм тәфтишселәр енәйәтселәрҙең шәхестәрен асыҡлаған һәм уларҙы ҡулға алған.
Тәфтишселәр мәғлүмәте буйынса, 14 октябрҙә 24 һәм 32 йәшлек ике ағалы-ҡустылы таныш ҡатынға килгән. Уның өйөндә бер ирҙе күреп ҡалғандар, һәм ул уларға оҡшамаған. Туғандар ике көн буйына уны көрәк һәм табурет менән туҡмаған, аяҡ-ҡулдарын һындырып, башын төйгөләп бөткән. 15 октябрҙә кискеһен улар уны баҙға бикләп ҡуйған, ә иртәнсәк туҡмалыусының мәрхүм булыуын күргән.
Шунан енәйәтселәр, әйберҙәрен йыйып, хужабикә менән бергә сығып киткән. Күпмелер ваҡыттан һуң, ҡатын уларҙан ҡасып, атаһына барыһын да һөйләп биргән. Енәйәтселәр ун көн буйына Өфөлә йәшеренеп йөрөгән, ә һуңынан поезда Новосибирскиға китергә уйлаған, ләкин уларҙы полиция тотҡан.
Ирҙәр үҙ ғәйебен таныған. Суд уларҙы 18 йыл һәм 18,5 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатты.
Фото: Т. Аманов