

“Юлдаш” һаулыҡты нығытыу балалар лагерында сысҡан киҙеүен йоҡторған бер ҡыҙҙың инвалид булып ҡалыу хәүефе бар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре тикшереүе һөҙөмтәһе буйынса САНпин нормалары һаҡланмаған, биләмәлә сысҡандар норманан тыш күп булған.
Билдәле булыуынса, ике ҡыҙ реанимация бүлегендә айҙан ашыу ята. Уларҙың 16 йәшлегендә дауаланыу мәлендә: гипертония, барадикария һәм үпкәләрендә һыу йыйылыу осрағы теркәлгән. Табиптар уға алдағы биш йылда физик көсөргәнештән һаҡланырға кәңәш итә. Бынан тыш, ҡыҙға бөйөрөн юғалтыу хәүефе янай.
Шулай уҡ ренанимацияла ятҡан икенсе кесе ҡыҙҙың бейеү менән шөғөлләнеүе билдәле. Уға ла яратҡан шөғөлөнән баш тартырғак тура киләсәк.
Фото: Т. Аманов