

Әлегә билдәле булыуынса, киске сәғәт һигеҙ тирәһендә Иҫке Балтас ауылының Баҡса урамында "Лада Нива" менән мопед бәрелешкән.
Аварияла мопед водителе, 15 йәшлек үҫмер, ауыр йәрәхәтләнеп, ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Мопедтың 11 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Авария урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Хәлдең нисек булыуы асыҡлана.
Һәләк булған үҫмерҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: БР ЮХХДИ.