Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Август 2022, 14:35

“Үҙемде яҡлау өсөн бысаҡ алдым”

Элекке ҡатынының ғүмерен ҡыйған Алик Мәхийәнов ни өсөн осрашыуға бысаҡ тотоп барыуын әйтте. Ирҙең аҡланыуы башҡа һыйғыһыҙ.

“Үҙемде яҡлау өсөн бысаҡ алдым”
“Үҙемде яҡлау өсөн бысаҡ алдым”

Белорет районында элекке ҡатынына бысаҡ менән сәнскән Алик Мәхийәнов, тәфтишселәр фажиғә урынында тикшереү үткәргәндә,  бысаҡты үҙен яҡлау өсөн алыуын әйтте.

- Минең машинамда һәр ваҡыт бысаҡтар ята. Был юлы ла үҙемде яҡлау өсөн бысаҡ алып төштөм, Динәнең кем менән ҡайтыуын белмәнем. Бысаҡ алдым да уның менән һөйләшергә сыҡтым. Һарыуым ташты, белмәйем... Һуңынан машинаға ултырҙым,  йөрәгем ныҡлап тибә башланы, ҡалтыратты. Полицияға барып,  енәйет ҡылыуым хаҡында ғариза яҙҙым, – тип һөйләй ир.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 13 августа төндә Алик Мәхийәнов элекке ҡатыны Динә Мәхийәноваға бысаҡ менән һөжүм итә. Ул ҡатынға 10 тапҡыр сәнсә.

Билдәле булыуғынса, ҡатын менән ир күптән айырылышҡан. Бергә йәшәгәндә лә ҡатын ире тарафынан ҡыйырһытылған, туҡмалып йәшәгән. Ғаилә тарҡалғас та ир уны эҙерлекләүен дауам иткән. Динә һәм уның ата-әсәһе был хаҡта хоҡуҡ һаҡсыларына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткән була.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: