

Ул районда ғына түгел, республикала ла үҙенең әүҙем тормош позицияһы булған, башҡорт телендә тәүгеләрҙән булып дини әҙәбиәт нәшер иткән мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең береһе ине. Халҡына, диненә тоғролоғон матур ғәмәлдәре ғәмәлдәре менән раҫлап йәшәне, Ишембай ҡалаһында мәсет төҙөтөргә хыялланды. Ҡатыны менән туғыҙ бала тәрбиәләйҙәр ине.
Аллаһы Тәғәлә уның барлыҡ гонаһтарын ғәфү итеп, Ожмахтың иң түрҙәренән, Фирҙәүес йәннәттәренән урын насип итһен!