

Матәм митингыһында Азамат тураһында тик йылы һүҙҙәр генә әйтелде. Үкенесле, һуғыш иң яҡшыларҙың ғүмерен ҡыя...
Башҡортостан Башлығы Указы менән Азамат Дәүләтҡолов үлгәндән һуң М. Шайморатов ордены менән наградланды. Уны егеттең әсәһе Әлфинур Харис ҡыҙына тапшырҙылар.
Мәрхүмдең ғәзиз әсәһенең, ҡустыһының һәм һеңлеһенең, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.